Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
12 Декабря 2019, 13:45

Райондаштарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Йәш уҡытыусылар грант алды

Педагог һөнәренең дәрәжәһен күтәреү һәм юғары уңыштарға дәртләндереү маҡсатында республика Башлығы Радий Хәбиров ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны.
Бөгөнгө тантаналы сарала 20-гә яҡын йәш уҡытыусы 600 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Районыбыҙҙан Асҡын 1-се урта мәктәбе логопеды Ирина Зыятдинова, ошо уҡ белем усағының математика уҡытыусыһы Юлия Овчинникова, шулай уҡ Асҡын 2-се урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнара Сәйетова ла 600 мең һумлыҡ грант аласаҡ. Афарин, һәләтле уҡытыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, уҡытыусыларҙы дәртләндереү саралары киләсәктә лә дауам итәсәк.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас