Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
12 Декабрь 2019, 18:45
Осоусы булырға хыялланһаң, “Первушин” аэродромына кил!
19 ноябрҙә Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-методика үҙәге (“Первушин” аэродромы) үтә еңел һауа суднолары класындағы ике урынлыҡ самолеттарҙа әҙерлек үтеү хоҡуғы биргән сертификат алды. Киләсәктә үҙәк тағы ла өс программаға ҡул ҡуйырға ниәтләй. Улар пилот-инструкторҙар әҙерләүгә, авиация эштәре башҡарған осоусыларҙың белемен камиллаштырыуға, еңел һауа судноһында ҡайтанан әҙерлек үтеүгә ҡағыла. Хәҙер Өфөлә пилот квалификацияһына тулыһынса эйә булыу мөмкинлеге бар.Әле “Первушин” аэродромында күнекмәләрҙе күрһәткән пилотаж төркөмө, 24 һауа судноһы урынлашҡан. Фото: bashinform.ruАвтор: Лилия Давлетбаковаhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Osousi-bulir-a-hiyallan-a--Pervushin-aerodromina-kil-36093/
19 ноябрҙә Өфөнөң бәләкәй авиация уҡыу-методика үҙәге (“Первушин” аэродромы) үтә еңел һауа суднолары класындағы ике урынлыҡ самолеттарҙа әҙерлек үтеү хоҡуғы биргән сертификат алды.
Киләсәктә үҙәк тағы ла өс программаға ҡул ҡуйырға ниәтләй. Улар пилот-инструкторҙар әҙерләүгә, авиация эштәре башҡарған осоусыларҙың белемен камиллаштырыуға, еңел һауа судноһында ҡайтанан әҙерлек үтеүгә ҡағыла. Хәҙер Өфөлә пилот квалификацияһына тулыһынса эйә булыу мөмкинлеге бар.
Әле “Первушин” аэродромында күнекмәләрҙе күрһәткән пилотаж төркөмө, 24 һауа судноһы урынлашҡан.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Osousi-bulir-a-hiyallan-a--Pervushin-aerodromina-kil-36093/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"