Мәктәп уҡыусылары араһында ойошторолған “Минең беренсе бизнесым” халыҡ-ара конкурсы “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһының алдынғы проекттарының береһе. Уға онлайн теркәләү башланғаны бирле Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренән һәм донъяның 91 иленән 11-ҙән 18 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙан 500 меңдән ашыу ғариза килгән.
Беҙҙең республика ғаризалар күләме буйынса тәүге унау иҫәбенә ингән. Башҡортостандан унда 10582 уҡыусы ҡатнашырға теләк белдергән. Бәйгенең был онлайн этабы 20 декабрҙә тамамланасаҡ. Ҡатнашыусыларға ғариза ебәрергә һәм конкурстың һайлап алынған йүнәлешендә тәҡдим ителгән эште башҡарырға кәрәк.
Был халыҡ-ара кимәлдәге конкурстың өсөнсө миҙгеле 5 ноябрҙә башланғайны.
– Конкурстың онлайн-этабында ҡатнашырға теләгәндәр һаны көн һайын үҫә. Быйыл иһә сит илдәрҙән ҡатнашыусылар һаны ла күҙгә күренеп артты. Уҡыусыларҙың әүҙемлеген иҫәптә тотоп, беҙ ғариза ҡабул итеүҙе 20 декабргә тиклем оҙайттыҡ. Ҡатнашырға теләгән балаларҙың тағы һигеҙ көн ваҡыты ҡалды, – тине “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының генераль директоры Алексей Комиссаров.
Бөгөнгә ҡарата иң күп ҡатнашыусылар түбәндәге йүнәлештәр буйынса теркәлгән: “Медиа” (45,6 процент), “Инновациялар” (24,2 процент), “Социаль” (14,8 процент). Быйыл онлайн заданиены үтәү өсөн уҡыусыларға ижади ҡараш кәрәк тип белдерә ойоштороусылар.
Ғаризалар һаны буйынса беренсе урында Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе – 76829 ғариза, артабан Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе, Түбәнге Новгород өлкәһе, Свердловск өлкәләре килә. Башҡортостан был исемлектә - һигеҙенсе урында.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, конкурстың онлайн этабы 20 декабргә тиклем дауам итәсәк. Унан туранан-тура ҡатнашыу этабы килә, уның сиктәрендә 42 ҡалала бизнес-интенсивтар һәм 19 ҡалала дүрт айлыҡ START UP бизнес-курстары үтәсәк.
Конкурстың иң яҡшы ҡатнашыусылары юғары уҡыу йорттарына ингән саҡта өҫтәмә балдар йыя, проект етәкселәре менән хеҙмәттәшлеген дауам итеп үҙ проекттарын тормошҡа ашыра, конкурс партнерҙарының гранттарын ота, төбәк-ара бизнес-интенсивта ҡатнаша, проекттарын ҙур фестивалдәрҙә күрһәтә һәм шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр ота ала.
Бәйгенең маҡсаты ябай – йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү. Проект белем биреүсе программаны ла үҙ эсенә аласаҡ. Уҡыусылар конкурста бизнес-идеялары менән дә, әҙер проекттары менән дә ҡатнаша ала.