Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2019, 17:50

Двигателе эшлектән сығып...

Өфөнән Нижневартовск ҡалаһына юлланған "Як-42" самолетының, бер сәғәт тирәһе осҡас, двигателдәренең береһе эшлектән сыҡҡан.

Экипаж Өфөгә кире ҡайтарыла. Аэропорттан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытҡа авария-ҡотҡарыу командалары тулы әҙерлеккә килтерелә.
73 пассажиры булған "КрасАвиа" авиакомпанияһы самолеты имен-аман ергә төшөп ултыра. Пассажирҙар резерв самолетта бөгөн иртәнсәк Нижневартовскиға имен барып еткән.
Фото: max-sky.livejournal.com
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Dvigatele-eshlekt-n-si-ip-35333/
Читайте нас