Ошо уңайҙан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы азатлыҡ йырсыһы, дәүләт эшмәкәре, телмәр оҫтаһы Шәйехзада Бабичтың 1918 йылда сыҡҡан “Йәш Башҡортостан. Зәңгәр йырҙар” китабын нәшер итте. Йыйынтыҡтың үҙенсәлеге шунда: унда шиғырҙар шағир нисек яҙған, шулай һәм факсимиле яҙмалары бирелгән. Башҡорт теленең диалекттары, һөйләштәре сағыла атаҡлы шағир ижадында. Мәҫәлән, киң билдәле “Башҡортостан” шиғыры былай яңғырай:
Башҡортостан – гөлбостан,
сөмбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үскән башҡорт
атлы арыслан!
Арысланнар үз ерен залимдардан
таптатмас,
Таптаймын дип атласа, башҡорт
ҡаныатлатмас.
Ил өстөнә чапкан яу башҡорт
жанын ҡаҡшатмас,
Бычраҡ табан астында башҡорт
намысы ятмас!