Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
10 Декабрь 2019, 18:20

Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһенә БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолованың фекере

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай етәксеһе булараҡ, түбәндәгеләрҙе әйтер инем. Башлыҡ, демографик көрсөк йырып сығыу өсөн, иң тәүҙә ғаилә ҡиммәттәрен ҡайтарырға, тергеҙергә кәрәк, тип иҫәпләй.Күрһәтелгән ролик та ғаиләлә атай абруйын үҫтереү тураһында булды. Радий Фәрит улының бөгөнгө сығышын тәрбиәүи дәрескә тиңләйем. Мәҫәлән, бөгөнгө заманда милли һәм халыҡсан идеологиялар юғалып барған күренеш. Башлыҡ бушҡа ғына өмә йолаһын телгә алманы. Өмәләрҙе тергеҙеп, оло бурыстарҙы еңел генә атҡарып сығырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ берҙәмлек темаһын күтәрелде – башҡорт элек-электән килеп тыуған ауырлыҡтарҙы бергә, иңгә-иң терәп хәл иткән.Бөгөн бик күптәр: депутаттар ҙа, ябай кешеләр ҙә, мин халҡыма, республикама кәрәк, тигән тойғо менән залдан ҡанатланып сыҡҡандыр. Был Мөрәжәғәтнамә эмоциональ яҡтан айырылып торҙо. Башлыҡ әйткән һүҙҙәр аңға барып етеү генә түгел, йөрәктәргә үтеп инде.Артабан да, берҙәм булайыҡ, тигән девиз менән тырышып, алға ынтылып эшләһәк һәм йәшәһәк ине.Фото: Автор фотоһы.Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитоваhttps://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birovti-M-r-g--tnam-en-BR-D-l-t-Yiyilishi-oroltay-r-yese-urinba-ari-Elvira-Ayit-olovani-fekere-34576/

- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай етәксеһе булараҡ, түбәндәгеләрҙе әйтер инем. Башлыҡ, демографик көрсөк йырып сығыу өсөн, иң тәүҙә ғаилә ҡиммәттәрен ҡайтарырға, тергеҙергә кәрәк, тип иҫәпләй.
Күрһәтелгән ролик та ғаиләлә атай абруйын үҫтереү тураһында булды. Радий Фәрит улының бөгөнгө сығышын тәрбиәүи дәрескә тиңләйем. Мәҫәлән, бөгөнгө заманда милли һәм халыҡсан идеологиялар юғалып барған күренеш. Башлыҡ бушҡа ғына өмә йолаһын телгә алманы. Өмәләрҙе тергеҙеп, оло бурыстарҙы еңел генә атҡарып сығырға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ берҙәмлек темаһын күтәрелде – башҡорт элек-электән килеп тыуған ауырлыҡтарҙы бергә, иңгә-иң терәп хәл иткән.
Бөгөн бик күптәр: депутаттар ҙа, ябай кешеләр ҙә, мин халҡыма, республикама кәрәк, тигән тойғо менән залдан ҡанатланып сыҡҡандыр. Был Мөрәжәғәтнамә эмоциональ яҡтан айырылып торҙо. Башлыҡ әйткән һүҙҙәр аңға барып етеү генә түгел, йөрәктәргә үтеп инде.
Артабан да, берҙәм булайыҡ, тигән девиз менән тырышып, алға ынтылып эшләһәк һәм йәшәһәк ине.
Фото: Автор фотоһы.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birovti-M-r-g--tnam-en-BR-D-l-t-Yiyilishi-oroltay-r-yese-urinba-ari-Elvira-Ayit-olovani-fekere-34576/
Читайте нас