Һүҙ – 1,5-тән 3 йәшкә тиклемге балаларын ҡарау буйынса ялда булған әсәйҙәргә өҫтәмә түләү хаҡында. Уның күләме төбәктәге бәлиғ булмағанған граждандарҙың йәшәү минимумына тиң буласаҡ. Тик бер бик мөһим шарт бар: ғаиләләге һәр кешенең килеме ошо уҡ төбәктәге йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан юғарыраҡ булырға тейеш түгел.