Район китапханаһы Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арнап иғлан иткән хәйриә акцияһына Асҡын 2-се урта мәктәбенең Ирина Ғәлиева етәкселегендәге 3 “А” класы уҡыусылары ла ҡушылды.
Был изге эшкә ҡушылыуҙы Ирина Әхнәф ҡыҙы тәҡдим иткәс, ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа дәррәү риза булды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙенсәлекле балаларға “татлы” бүләк — күстәнәс бирә алыуҙарына бик һөйөндө.
Барлыҡ шоколадтар ҙа 11 декабрҙә 11.00 сәғәттә “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексында үткән “Балалар йылмайырға тейеш” тип аталған социаль-хәйриә акцияһында сәләмәтлектәре сикле балаларға тапшырыласаҡ.
Ә әүҙем, һәләтле 3 “А” класы уҡыусыларына уҡыуҙағы уңыштары менән ата-әсәләрен һәм класс етәкселәре Ирина Әхнәф ҡыҙын һөйөндөрөп кенә тороуҙарын теләйбеҙ!