Күптән түгел Асҡын 1-се урта мәктәбендә “Был донъя ниндәй матур!” тип аталған концерт үтте. Уны Балалар сәнғәт мәктәбе Башҡорт ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы менән берлектә үткәрҙе.
Байрам концертында үҙҙәренең сағыу номерҙары менән Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаны. Шулай уҡ колледж студенттарының да сығышы сараға йәм өрҙө. Концерт Балалар сәнғәт мәктәбенең кесе хореография төркөмө тәрбиәләнеүселәренең күмәк бейеүе менән тамамланды. Ҡыҙҙар башҡарыуындағы “Ҡамҡа” (“Божья коровка”) бейеүе барыһының да күңеленә хуш килде.
Әйткәндәй, сараға әҙерләнгәндә ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Улар сағыу костюмдарҙы тегергә ярҙам итте.