Ватан геройҙары көнө сағыштырмаса яңы байрам, был дата 2007 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указына ярашлы билдәләнә. Әммә уның тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа, 1769 йылдың тап 9 декабрендә Екатерина икенсе тарафынан изге Георгий ордены – иң юғары хәрби награда булдырыла, ул тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған офицерҙар составына тапшырыла.
Ватан геройҙары көнөн билдәләү, батырҙарҙы тәбрикләү бик мөһим. Улар йәш быуын өсөн илһөйәрлек, ҡыйыулыҡ өлгөһө. Әммә киләсәктә яу ҡаһармандарын түгел, тик хеҙмәт батырҙарын ғына тәбрикләргә яҙһын, тине Радий Фәрит улы.
Рәсәй геройҙары әйтеүенсә, был сара тәү сиратта йәш быуын өсөн кәрәк, улар тарихты белеп үҫергә тейеш.
Тыуған илдең именлеге өсөн йәнен-тәнен аямаған батырҙар күп. Башҡортостан халҡы ла ҡаһарман ул-ҡыҙҙары менән хаҡлы ғорурлана, улар хаҡында фильмдар төшөрөлә, дәреслектәр яҙыла, әҙәби әҫәрҙәр ижад ителә, һәйкәлдәр ҡуйыла. Әммә осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү айырыуса иҫтәлекле. Ә геройҙарҙы ситтән эҙләргә кәрәкмәй, улар беҙҙең арала. Бары тик осрашыуҙарҙы байрам айҡанлы ғына түгел, даими ойоштороу шарт. Сөнки быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек тап ошондай сараларҙан башлана.
Башҡортостан энциклопедияһында 305 Советтар Союзы Геройҙары һәм Рәсәй Геройҙарының, 37 Дан ордендарының тулы кавалерының исемдәре бирелгән, улар йә республика биләмәһендә тыуған, йә унда йәшәп киткән, йә демобилизацияланғандан һуң килеп төпләнгән.