Форум програмаһында Башҡортостанды ирекле инвестициялар биләмәһе итеп танытыу презентацияһы, пленар өлөш, бәхәс һәм фекер алышыуҙар секциялары ҡаралған.
"Алға, Башҡортостан!" әүҙем инвесторҙар клубының беренсе ултырышы ла күҙаллана. Бында беҙҙең республика эшләүсе инвесторҙар менән йәнле әңгәмә ҡороласаҡ.
Форумда ҡатнашыу буйынса һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-250-08-98 телефонына шылтырата алаһығыҙ.
Әйткәндәй, пленар ултырыштың темаһы: "Төбәктәргә инвестициялар: үҫеш нөктәләре һәм иң яҡшы тәжрибәләр".
Фото: bfmufa.ru сайтынан.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова