Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Декабрь 2019, 13:25

Яңы йылға әҙерләнәләр

Бөгөн Солтанбәк ауылында Яңы йыл шыршыһын урнаштырыу һәм биҙәү буйынса "Бергә шыршы биҙәйек" акцияһы уҙа.

— Акцияла ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, ауылдың әүҙем йәмәғәтселәре ҡатнашты. Бергәләп шыршыға төрлө сағыу уйынсыҡтар, гирлянда элдек. Хәҙер кистәрен йәшел ҡупшыҡай балҡып, мең төрлө уттар менән емелдәп, байрам кәйефе таратасаҡ. Ҡар күпләп яуғас, эргәһенә төрлө һындар эшләп ҡуясаҡбыҙ, — тине Солтанбәк мәҙәниәт йорто методисы Ралиф Муллаянов.
Наилә Имаева.
Читайте нас