Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
5 Декабрь 2019, 08:30

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн Өфөлә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының конференциялар залында республикабыҙҙың матбуғат һәм полиграфия хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Дәүләт наградаларын алыусылар араһында хеҙмәттәшебеҙ, “Йәнтөйәк” район-ара гәзите тәржемәсеһе Илһөйәр Махатова ла бар. 2003 йылдан алып редакциябыҙҙа үҙ эшен ҙур яуаплылыҡ менән башҡарыусы Илһөйәр Тәлғәт ҡыҙы намыҫлы хеҙмәте һәм өлгәшкән ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһының Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ошондай уҡ награда Асҡын мәғлүмәт үҙәгендә эшләп киткән Рәүилә Сәлиховаға ла тапшырылды.
Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры, район гәзиттәренең баш мөхәррире Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан юбилей миҙалы менән бүләкләнде.
Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелебеҙҙән лайыҡлы наградалар менән ҡотлайбыҙ. Уларға артабан да ижади уңыштар, яңынан-яңы хеҙмәт һөйөнөстәре, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Наилә Имаева.
Читайте нас