Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын 4 декабрҙә Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә билдәләй. Юбилей кисәһе бүләкләүҙәр һәм театрлаштырылған тамаша менән рәсми сара рәүешендә уҙа. Асҡын мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәренә лә был сағыу тамашаны ҡарау бәхете тейҙе.