Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Ноябрь 2019, 11:44

Балаларҙы туҡландырыуҙың биш төп проблемаһы аталды

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдереүҙәренсә, белем алыу учреждениеларында туҡландырыуҙың берҙәм стандарттары индереләсәк.

БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев һүҙҙәренсә, белем биреү учредениеларында балаларҙы туҡландырыуҙы ойоштороуға бәйле, төп проблемалар асыҡланған. Улар – хеҙмәт күрһәтеүҙең дөйөм стандарттары булмауы, мәктәп туҡланыуында ҡулланылған сеймалдың түбән сифаты, санитар нормаларҙың һәм ҡағиҙәләрҙең мотлаҡ талаптарын үтәмәү, социаль туҡланыу тармағында кадрҙар дефициты, иҫке ҡорамалдар.
Хәҙер иһә был проблемаларҙы бөтөрөүгә тотонорға ваҡыт. Шул уңайҙан саралар планы булдырылған. Иң тәүҙә берҙәм стандарт талап ителә. Берҙәм менюлар (өс вариантта) ҙа кәрәк. Республика муниципалитеттары хакимиәттәренең рейтингын төҙөгәндә “туҡланыуҙы ойоштороу” пунктын индерергә. Эштәрҙе контролдә тоторға. Бынан тыш, финанслау мәсьәләһен дә хәл итеү зарурлығы бар.
Мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙа ауыл хужалыҡтары ла ҡатнаша ала, әлбиттә. Эҙмә-эҙлекле итеп ойошторғанда, эш “баҫыуҙан – өҫтәлгә” тигән принцип буйынса барһа... Хәйер, ниәттәрҙе тормошҡа ашырыр өсөн ҡуйылған бурысты һәр кемдең (һәр кимәлдәге етеәкселектең) намыҫлы үтәүе шарт.
Әйткәндәй
Башҡортостанда мәктәп ашханаларында ҡорамалдарҙың – 63 балалар баҡсаларында 65 проценты иҫкергән. Уларҙы алмаштырыу өсөн 549 миллион һум талап ителә.
Радий Хәбиров белдереүенсә, был сумманы тотош бүлеп булмай, әммә биш йылда әҙ-әҙләп мөмкин.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова

Читайте нас