Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Ноябрь 2019, 17:10

Бәйгенән ситтә ҡалмағыҙ!

Башҡорт телендә китап уҡырға яратаһығыҙмы? Ә балаларығыҙ әкиәттәр беләме? Әгәр яуабығыҙ “эйе” икән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Башҡорт телен яратам” конкурсы һеҙҙең өсөн. Барығыҙҙы ла Башҡорт теле көнөнә ҡарата ойошторолған ижади бәйгелә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Еңеүселәрҙе бүләктәр көтә!

Социаль селтәрҙәрҙә дүрт йүнәлеш буйынса интернет-конкурс иғлан ителә.

1. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” кон­курсын­да мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм I-IV класс уҡыусылары ҡатнаша. Башҡорт йә башҡа халыҡ әкиәте буйынса сы­ғыштың йә сәхнәләштерелгән күре­неш­тең видеояҙмаһын ойоштороу комитетына ебәрергә һәм социаль сел­тәрҙәрҙә #ҡоролтай,#конкурсбашҡорттеленяратам хештегтары менән билдәләп һалырға кәрәк.

2. “Мин башҡортса уҡыйым” конкурсында уҡылған әҫәр буйынса тәьҫораттар менән уртаҡлашабыҙ. Баһалағанда авторҙың үҙ ҡарашын теүәл еткерә алыуы, эмоциональ фекерләү ҡеүәһе иҫәпкә алына. 14-се шрифт, 1,0 арауығы менән яҙылып, күләме А4 биттән артмаһын. Эштәр “конкурс” билдәһе менән kurultay-ufa@mail.ru адресына ебәрелә һәм үрҙә әйтелгән хештегтар менән социаль селтәрҙәрҙә ҡуйыла. Жюри ағзалары ҡатнашыусы менән башҡорт телендә аралашыу өсөн әңгәмә ойошторорға хоҡуҡлы.

3. “Театрлаштырылған күренеш” – башҡорт әҙи­бенең әҫәренән өҙөктө сәхнәләштереү. Был конкурсҡа монолог, диалог йә коллектив сығыш рәүешендәге эштәр ҡабул ителә. 3-10 минутлыҡ ви­деояҙманы #ҡорол­тай, #конкурсбашҡорттеленяратам хештегтары менән билдәләгеҙ.
4. “Матур яҙыу дәфтәре” башҡортса текстар марафоны “Инстаграм”да @matur_yazu_deftere сәхифәһендә үтә. Ул 25 ноябрҙә башлана һәм текст яҙырға өйрәнергә теләүселәр өсөн ижади оҫтахана рәүешендә уҙа. Башҡорт мәҙәниәте, көнкүрешенә бәйле темаларға постар яҙыласаҡ. Мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, хаталар өҫтөндә эш буйынса тура эфирҙар көтөлә.

Конкурстың положениеһы менән Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” селтә­рендәге рәсми битендә https://vk.com/kurultaibashkir һәм Башҡорт теле көнөнә үткәрелгән саралар сәхифәһендә https://vk.com/bashkorttelekono таны­шырға мөмкин. Эштәр 8 декабргә тиклем ҡабул ителә. Конкурсҡа йомғаҡ декабрҙә яһала. Еңеүселәрҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты диплом һәм бүләктәр менән билдәләйәсәк. Бүләкләү тантанаһы урыны һәм теүәл ваҡыты социаль селтәрҙәрҙә иғлан ителәсәк. Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 246-31-62, 246-32-47.
Автор: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты
Читайте нас