Юлдың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 11 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы.
Иртәгә яуым-төшөмһөҙ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа, аяҙытҡанда 11 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 0-дән 5 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.