2024 йылға тиклем уларҙың һаны 55-тән кәм булмаҫҡа тейеш. Быйыл республиканан алты колледж үткән.
Гранттың күләме ҙур: федераль бюджеттан – 139 миллион һум, республиканан – 30 миллион һум, бюджеттан тыш аҡсалар – 10 миллион һум һәм эш биреүселәр аҡсаһы – 20 миллион һум самаһы. 200 миллион һумға яҡын аҡса заманса 30 оҫтахана булдырыуға йүнәлтелгән.
Стәрлетамаҡтың күп профилле һөнәри колледжы “Социаль өлкә” тип аталған 8-се лот буйынса грант отҡан (федераль бюджеттан – 5 850 мең һум, республика бюджетынан – 2 000 мең һәм план буйынса 500 мең һум).
Конкурс талаптарына ярашлы, һатып алынған ҡорамалдарҙы урынлаштырыу өсөн биналар зонаға бүленергә һәм оҫтаханаларҙы брендлау концепцияһына ярашлы биҙәлергә тейеш. Һәр оҫтахана – урта һөнәри белем биреү программалары буйынса белем биреүсе ойошманың структур бүлексәһе, ул заманса стандарттар һәм алдынғы технологиялар, шул иҫәптән “Ворлдскиллс” стандарттары нигеҙендә уҡыусыларҙы ғәмәли әҙерләүҙе тәьмин итеү өсөн компетенцияның береһе буйынса заманса матди-техник база менән йыһазландырылған.
Оҫтахана эшмәкәрлегенең төп функциялары булып урта һөнәри белем биреү һөнәрҙәре һәм белгеслеге буйынса уҡытыу, ҡыҫҡа программалар, шул иҫәптән эш биреүселәр заказы буйынса халыҡты, пенсия йәшендәге граждандарҙы уҡытыу, мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү, демонстрацион имтихан үткәреү өсөн майҙансыҡты аккредитациялау тора.
Был инновация проекты квалификациялы кадрҙар әҙерләү өсөн шарттар булдырырға, халыҡҡа белем биреү хеҙмәттәре күрһәтергә, эш биреүселәрҙең заказдарын үтәү һәм колледждың республикалағы һәм илдәге башҡа мәғариф ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеүгә мөмкинлек бирәсәк.
Стәрлетамаҡтың күп профилле һөнәри колледжы беренселәрҙән булып заманса биш оҫтахана аса. Йыл аҙағына тиклем тағы биш колледж 25 оҫтахана асырға тейеш.