Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Октябрь 2019, 06:51

Радий Хәбировтың үҙенә яҙалар

Республикала «Инцидент» системаһы төбәк Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән индерелгәйне. Һәм бер йыл эсендә ул 60 меңләгән киҫкен мәсьәләне хәл иткән дә инде.

«Инцидент» системаһы — «халыҡтың социаль кәйефен билдәләгән мөһим индикатор», - тине ул. Ул социаль селтәрҙәрҙә граждандарҙы борсоған мәсьәләләрҙе автоматик рәүештә таба. Уның арҡылы чиновниктар социаль йүнәлешле көнүҙәк проблемаларға оператив рәүештә иғтибар итә башланы.


Кешеләр күп кенә мәсьәләләрҙе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендәге яҙмалары аҫтындағы комментарийҙарҙа күтәрә. Республика етәксеһе - әүҙем блогер, ул көн дә тиерлек көнүҙәк темаларға мөрәжәғәт итә. Уның сәхифәләре төбәк башлыҡтары аккаунттары араһында иң яҡшыларҙан тип табылды. Көн дә уның яҙмаларын миллиондан ашыу кеше уҡый.

Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА
Читайте нас