Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Октябрь 2019, 12:56

“Полиэф”та хәлдәр нисек?

Кисә Благовещендағы “Полиэф” предприятиеһында сәнәғәт һыуҙары тултырылған бетон резервуар емерелеп, шыйыҡса завод биләмәһенә таралды.

Бер сәғәттән авария урынында республика Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы ойошторолған махсус комиссия эшләй ине. Химик матдәләрҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн Өфөнән 300 ҡотҡарыусы һәм 90 берәмек техника килде. Сәғәт һайын Иҙәк, Ҡаҙмышлы һәм Ҡариҙел йылғаларынан анализға һыу алына. Әлегә уларҙа зарарлы матдәләр асыҡланмаған.


“Полиэф” етәкселеге хәбәр итеүенсә, бысраҡ һыу составында предприятиеның етештереү ҡалдыҡтары, шул иҫәптән терефталь кислота бар. Ул бер аҙ ваҡыт үтеү менән һыуҙа иреп бөтә. Әле заводта емерек резервуарҙа ҡалған зарарлы шыйыҡсаны икенсеһенә һурҙыралар. Таҙартыу ҡоролмалары штат тәртибендә эшләй. Благовещенға СИБУР холдингы идараһы ағзалары килгән. Биләмәне таҙартыу планы әҙерләнә. Авария эҙемтәләрен бөтөрөү, шул иҫәптән яҡын-тирәләге биләмәне рекультивациялау буйынса сығымды предприятие үҙ өҫтөнә ала.


Ваҡиға эҙемтәләрен яйға һалыу йәһәтенән мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Төн сыҡҡанса “Полиэф” заводынан дүрт-биш саҡрым алыҫлыҡта дамба төҙөлгән. Белгестәр әйтеүенсә, бысраҡ һыу йылғаларға ағып төшмәйәсәк.


Әле ваҡиға урынында тәфтиш комиссияһы эш башлаған, биләмә ныҡлы контролгә алынған, белгестәрҙән һәм эшселәрҙән һорау алына.



Фәрит ҒҮМӘРОВ, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе:

– Таҙартылмаған сәнәғәт һыуы тирә-яҡтағы һаҙлыҡлы территорияға таралған. Эшкә бер төркөм ҡотҡарыусылар, байтаҡ техника йәлеп ителгән, экологик постар ҡуйылған. Хәл төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың шәхси контроленә алынды, сәғәт һайын уға хәбәр итәбеҙ.



Михаил ЮРИН, “Полиэф” йәмғиәтенең генераль директоры:

– Төп бурыс – ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөү һәм бысраҡ һыуҙың таралыуына юл ҡуймау. Фажиғә сәбәптәре тураһында һөйләргә иртәрәк, прокурор тикшереүе бара. Завод биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде.

Автор: Лилиә Дәүләтбәкова.

Читайте нас