Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Сентябрь 2019, 12:53

Табипҡа сират тороу бөтәсәк

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тантаналы инаугурациялағы телмәрендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр буласағын әйтте.

– Әлегә Башҡортостан халҡы йыл һайын кәмей бара, ләкин беҙ был күренеште кире яҡҡа табан үҙгәртәсәкбеҙ: 2024 йылға республика халҡы кәмендә 4 миллион 100 мең кеше буласаҡ, – тине Радий Фәрит улы. – Бының өсөн һаулыҡ һаҡлау проблемалары менән ныҡлап шөғөлләнәсәкбеҙ. Кадрҙар етешмәүен тулыһынса хәл итәсәкбеҙ. Медицина ярҙамына мохтаж һәр кемдең аҙналар буйы сират көтмәүенә, ә табипҡа шунда уҡ эләгеүенә өлгәшәсәкбеҙ. Бының өсөн ауылдарҙа 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк, 147 модулле һәм 54 күсмә ФАП һатып аласаҡбыҙ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/tabip-a-sirat-torou-b-t-s-k/
Читайте нас