– Был документ күптән өлгөрөп еткәйне. Минеңсә, ул ике маҡсатты үҙ эсенә ала. Беренсенән, аныҡ итеп һандарҙа республиканың киләһе биш йыллыҡта нимәгә өлгәшергә тейешлеге билдәләнде. Беҙ ошоға тиклем күрҙек – аныҡ маҡсаттар билдәләп эшләү – Радий Хәбировтың идара итеү моделе, – ти Рөстәм Ахунов. – Икенсенән, был документ Владимир Путиндың май указдары менән ауаздаш. Уға ниндәйҙер милли үҙенсәлек, үҙебеҙҙең төбәккә хас һыҙаттар ҙа кәрәк ине.
Текстың эстәлегенә килгәндә, Рөстәм Ринат улы уның мөһим булған блоктарға бүленеүен, социаль һәм иҡтисади бурыстарҙан тороуын билдәләне. Уларҙың барыһы ла үтә көнүҙәк һәм йәмғиәттә өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙән тора.
– Мин шуны билдәләгем килә: документтан күренеүенсә, республиканың амбициялары барлыҡҡа килде. Беҙ илдең иң яҡшы биш, ун төбәге исемлегенә инергә тырышабыҙ. Әлбиттә, быларҙы тормошҡа ашырыу – еңел булмаған бурыс, тик Радий Фәрит улының тырышлығына ҡарағанда, өлгәшеп булырлыҡ, – ти эксперт.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/ilde-i-ya-shy-t-b-kt-re-isemlegen-in-s-kbe/