Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Сентябрь 2019, 12:58

“Халыҡ Һеҙҙең идара итеүҙе оҡшатып өлгөрҙө”

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың вазифаһына инеүе буйынса тантаналы инаугурацияны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың сығышы тамамланы.

– Һеҙҙең идара итеү моделен халыҡ оҡшатып та өлгөрҙө, – тине парламент етәксеһе. – Ҡалалар һәм ауылдарҙа йәшәү мөхите уңайлыраҡ һәм күркәмерәк була башланы, власть тармаҡтары араһындағы бәйләнеш әүҙемләште. Республика парламентының депутаттар корпусы Һеҙҙең башланғыстарҙы һәр ваҡыт яҡлаясаҡ.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/khaly-e-e-idara-ite-e-o-shatyp-lg-r-/
Читайте нас