“Владимир Путиндың илде үҫтереү өсөн май указдары булһа, беҙҙә – Башҡортостанда – сентябрь документы буласаҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Үҫеш стратегияһы – бик уйланған һәм мөһим документ. Унда аныҡ итеп төбәгебеҙҙең артабанғы үҫешенең барлыҡ йүнәлештәре билдәләнгән. Был стратегия ҡоро һүҙ түгел, ә һандар һәм аныҡ йүнәлештәр менән һуғарылған. Барлыҡ мөһим темалар ҙа халыҡтың ихтыяжынан сығып билдәләнгән.
Әйткәндәй, алдан уҡ әйтелеүенсә, инаугурация бик тыйнаҡ, артыҡ тантанаһыҙ, эшлекле шарттарҙа үтте. Башҡортостан етәксеһе телмәре аҙағында:
– Барыһы ла башланып ҡына тора. Республикабыҙҙың яҡты киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа. Бергә тырышып эшләйек, яҡшыраҡ булдырайыҡ. Алға, Башҡортостан! – тине.
Эйе, барыһы ла башланып тора. Уңыштар һеҙгә, Радий Фәрит улы.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/bash-ortostan-bashly-y-esh-strategiya-yn-t-dim-itte/