Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Сентябрь 2019, 05:56

Владимир Путин Анкаралағы саммитта ҡатнаша

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Анкарала үтәсәк Сүриә буйынса саммитта Төркиә башлығы Рәжәп Тайып Эрдоган һәм Иран етәксеһе Хәсән Роухани менән осрашыуы көтөлә.

Владимир Путин Эрдоган һәм Роухани менән халыҡ-ара көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, шулай уҡ ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышасаҡ. Сүриәнең төньяҡ-көнсығышындағы хәлгә айырым иғтибар биреләсәк, тип күҙаллана.

“Мәғлүм булыуынса, үҙәк хөкүмәткә буйһонмаған был биләмәләрҙә көсөргәнешлек һаҡланып ҡала, уларҙа террорсылар ҙа күп”, – тине Рәсәй Президентының ярҙамсыһы Юрий Ушаков журналистар менән әңгәмәләшкәндә.



Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Читайте нас