АҠШ һәм Франция президенттары шишәмбе көн телефондан аралашҡанда Мәскәүҙе киләһе йыл G7 саммитына саҡырыу буйынса фекер алышты. Рәсәй Президенты Владимир Путин дүшәмбе Франция Президенты менән осрашыуында, “Ҙур етәү” менән һәр төрлө бәйләнеш файҙалы буласаҡ, тип белдерҙе һәм G8 форматын яңыртыу мөмкинлеген дә телгә алды.