Әйткәндәй, сараны Екатеринбургта үткәреү хаҡында ҡарар март айында Бешкәктә уҙғарылған һигеҙенсе конференцияла ҡабул ителгәйне. Комитет ағзалары исемлеге Свердловск губернаторы Евгений Куйвашев менән килешелгән. Уларға 2020 йылда Рәсәйҙең һәм Ҡырғыҙстандың IX төбәк-ара конференцияһын әҙерләү бурысы ҡуйыла.
Ойоштороу төркөмөнә тармаҡ министрлыҡтары етәкселәре, эшҡыуарҙар, Екатеринбург мэрияһы, вуздар, шулай уҡ таможня һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ингән.