Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
22 Июля 2019, 05:17

Владимир Путин: Бюджет урындары артасаҡ

#ВладимирПутин Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә көн элек беҙҙең ут күршебеҙ Мәғнит ҡалаһында булып киткәйне. Ил башлығы металлургия комбинаты эшселәре менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап та бирҙе.

Ата-әсәләр юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары кәмеүгә зарланды. Быға яуап итеп, Путин бик тә ҡыуаныслы хәбәр әйтте:

«Бюджетные места в вузах страны не сокращаются, наоборот, они даже растут».


Президент әйтеүенсә, 2020 йылға 396 мең урын буласаҡ. 2018 - 2019 уҡыу йылында 380 мең булған. Бюджет урындарын арттырыу өсөн финанслауҙы ла хәстәрләйҙәр.


Шулай булғас, бошонмағыҙ, ата-әсәләр.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.

Читайте нас