ртәгә лә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, көньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа яуым-төшөмдөң артыуы, йәшен йәшнәүе, урыны менән боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡҡа күсеүсән, талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйә. Һауа температураһы: төндә 17 – 22, көндөҙ 25 – 30 градус йылы. Республиканың көньяҡ-көнсығышында 35 градусҡаса эҫе буласаҡ.
20 июлдә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, боҙборсаҡ яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 13 – 18, көндөҙ 23 – 28, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 33 градусҡа тиклем эҫетә.