Баш ҡалабыҙҙа "Евразия йөрәге" халыҡ-ара музыка фестивале дауам итә. Бөгөн "Симфоник төн" була. "Торатау" конгресс-холы амфитеатрында республиканың Милли сифоник һәм Йәштәр симфоник оркестры сығыш яһай. Кисәнең солистары: Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абразаҡов, "Яңы опера" Мәскәү театры солистары Ольга һәм Елена Терентьевалар, Сэйити Фурукава (Япония), Наталья Юрканова (Япония), Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. Дирижерҙар - Линар Дәүләтбаев (Өфө) һәм Дмитрий Крюков (Ҙур театр, Мәскәү).