Байрамға рустар, башҡорттар, татарҙар, әрмәндәр, белорустар килде. Йыйылыусыларҙы Рәсәйҙең генераль консулы һәм урындағы парламент депутаттары сәләмләне. Һәр халыҡтың вәкилдәре үҙҙәренең художестволы үҙешмәкәрлек номеры менән сығыш яһаны. Башҡорттар Рим Хәсәновтың бөтәһенә лә билдәле «Өфө йүкәләре» йырын башҡарҙы.
«Барыһы ла юғары кимәлдә үтте. Башҡортостанда һәм Татарстанда тыуып үҫкәндәр ныҡ әүҙем ҡатнашты, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына яҡташыбыҙ Илдар Сәмерханов. — Тормош иптәшем Алла һәм Фәриҙә апайым менән башҡорт милли кейемендә килдек. Уларҙы беҙҙең филиалға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләк итте. Бының өсөн ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллинға ҙур рәхмәт. Июнь аҙағында Өфөләге Башҡорт ҡоролтайына беҙҙән дә делегат бара».