Рөстәм Мусин Башҡортостандың Мишкә районы Иштыбай ауылында тыуған. Уға 53 йәш. Урындағы совхозда ветеринар табип була, 1996-2000 йылдарҙа — Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эш буйынса урынбаҫары. 2015 йылдың февраленән 2019 йылдың 14 майына тиклем Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы булып эшләй.