Халыҡтың йәшәү шарттарын күпкә үҫтереүгә нигеҙләнгән был йүнәлеш киләһе алты йылда тулыһынса тиерлек тормошҡа ашырылырға тейеш. Башҡортостан да был башланғысҡа ҙур теләк менән ҡушылды. Атап әйткәндә, һанлы иҡтисадты үҫтереү буйынса 5 төбәк проекты төҙөлдө. Әлеге йүнәлеш “Мәғлүмәти инфраструктура” , Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар”, “Мәғлүмәти хәүефһеҙлек” , “Һанлы технологиялар”, “Мәғлүмәти дәүләт идараһы” тип аталған проекттар нигеҙендә тормошҡа ашырыласаҡ.