Ҡәҙерле ватандаштар! Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Һеҙҙе йәмле Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы – 1 Май менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Был көн Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү байрамы менән бергә үрелеп килә, һәм тиҙҙән был бөйөк байрамдың 74 йыллығын бөтә кешелек донъяһы менән бергә билдәләйәсәкбеҙ.
Был яҙғы байрам көндәрендә һәммәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм бәхет теләйбеҙ!
Байрам менән, ҡәҙерле дуҫтар!