Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2019, 12:05

Дәүләт серен белергә маташһалар...

Республикала муниципалитет башлыҡтарына йәшерен мәғлүмәттәрҙе урларға маташыу осраҡтары тураһында Федераль именлек хеҙмәтенә хәбәр итеү бурысын йөкмәттеләр. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан белдереүҙәренсә, урындағы хакимиәт етәкселәренең дәүләт серен мотлаҡ белеү хоҡуғын нығытҡан закон ғәмәлгә инде.
– Хәҙер дәүләт серен белеү хакимиәт башлыҡтары менән төҙөлгән контракттың типовой формаһына индерелгән. Ул дәүләт сере тураһындағы федераль ҡануниәт талаптарын үтәүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, сит-ят кешеләрҙең йәшерен мәғлүмәтте алырға маташыуы тураһында Федераль именлек хеҙмәте органдарына хәбәр итеү бурысы, биш йылға тиклем илдән ситкә сығыуҙы ваҡытлыса сикләү мөмкинлеге хаҡында һүҙ бара, – тине парламент спикеры Константин Толкачев.
Ошо уҡ закон менән ҡала мэрҙары һәм район хакимиәт башлыҡтары өсөн нормалаштырылмаған эш көнө билдәләнә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/d-l-t-seren-belerg-matash-alar-/
Читайте нас