Тап шундай һүҙҙәр менән башланы ҡалаға эш сәфәрен республика етәксеһе Радий Хәбиров.
“Сибай халҡына сабырлы, түҙемле булыуы, ауырлыҡты еңә алыуы өсөн оло рәхмәтемде белдерәм”, – тине ул.
Радий Хәбиров ҡаланың сәнғәт колледжында үткән сарала Сибайҙағы экологик хәлгә бәйле бер нисә ай дауамында әҙерлек режимында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙән бер төркөмгә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Артабан Радий Фәрит улы “TeсhnoTERRA” технопаркын асыуҙа ҡатнашты, ҡаланың “Лукоморье” балалар паркында ағас ултыртты. “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы үткән был сарала Сибайҙан ун ғаилә ҡатнашты. Улар араһында алтын һәм гәүһәр туйҙарын билдәләгән парҙар ҙа, яңы өйләнешкәндәр ҙә, игеҙәктәр үҫтергән, тәрбиәгә бала алған йәш ғаиләләр ҙә бар ине.
Әйткәндәй, был парк уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса программаға ярашлы 2017 йылда асылды.
Автор: Кәримә УСМАНОВА. Сибай ҡалаһы.