Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Апрель 2019, 11:50

Асҡында фәнни-ғәмәли конференция үтте

Бөгөн Асҡында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының үҙбилдәләнеше һәм үҙенсәлектәре мәсьәләләренә арналған төбәк ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, Гәрәй ырыуы етәксеһе Радик Бәхтиев, тарихсы, Башҡарма комитет ағзаһы Салауат Хәмиҙуллин, БДУ доценты Искәндәр Сәйетбатталов, яҡташыбыҙ, юридик фәндәр докторы, профессор Венир Сәмиғуллин, БР Милли музейының фәнни хеҙмәткәре Сәлимә Усманова һәм район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар,тыуған яҡты өйрәнеүселәр, уҡыусылар ҡатнашты. Улар башҡорт халҡының тарихына бәйле проблемалар, Мутиндар һәм республиканы ойоштороуҙа уларҙың роле, тарихи перспективала башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты темаларына доклад менән сығыш яһаны.
Наилә Имаева.
Читайте нас