Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Апреля 2019, 13:48

Башҡортостандың 36 районында дым ҡаплатыу бара

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре дауам итә. Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 36 район хужалыҡтары дым ҡаплата, 28 районда ужым ашлыҡтары туҡландырыла, 38-ендә күп йыллыҡ үләндәр тырматыла.


Һалҡын һауа массаһы сигенгәс тә, хужалыҡтарҙың күпселеге яҙғы культуралар сәсеүгә төшөргә йыйына. Баймаҡ, Благовар, Бүздәк, Кушнаренко һәм Шишмә райондарында яҙғы сәсеү башланған да инде. Бөтәһе 2 мең гектарҙан ашыу бойҙай, борсаҡ, арпа, күп йыллыҡ үлән сәселгән.


Ғәҙәттәгесә, төбәктә яҡынса 3 миллион гектар сәселә.




Фото: Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Читайте нас