Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
16 Апрель 2019, 08:14

12 июндә баш ҡалала Ағиҙел йылғаһы аша яңы автомобиль күперенә беренсе таш һалынасаҡ


Был хаҡта бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән “Транспорт сәғәте”ндә әйтелде.


Яңы күпер әлеге икәүҙе берләштерәсәк. 2021 йылға 11 һыҙаттан торған берҙәм күпер төҙөү, был эште ике этапта башҡарыу планлаштырыла.


Рәсәй Хөкүмәте быйылға 500 миллион һум күләмендә финанс ярҙам бүлеүҙе хуплаған. Йәнә 100 миллион һум – республиканың Юл фондынан. Дөйөм сығым алты миллиард һумдан ашыу буласаҡ.


“Транспорт сәғәте”ндә билдәләнеүенсә, Р-240 Өфө – Ырымбур автомобиль юлының Стәрлетамаҡ районы биләмәһендә авария күп теркәлгән участка ике тапҡырға киңәйтелеп, дүрт һыҙатлы ителәсәк. Өҫтәүенә ошо яҡта 2020 йылдың февраленә ике күпер төҙөү ҡаралған.


Сарала шулай уҡ Өфө – Инйәр – Белорет, Өфө – Бөрө – Яңауыл, Өфө – аэропорт автомобиль юлдарын федераль милеккә тапшырырға ҡарар ителде.


Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, был юлдарҙың сифатын яҡшыртыу, хәүефһеҙлекте көсәйтеү мөмкинлеген бирәсәк.


Радй Хәбиров йәйәүлеләр йөрөгән урындарға махсус яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу эшен яйға һалырға ҡушты.

Читайте нас