Башҡортостан парламентында тарихи көн — республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа беренсе тапҡыр докладсы башҡортса сығыш яһаны. 9 апрелдә төбәк парламентының пленар ултырышында спикер Константин Толкачёв ошо турала белдерҙе.
«Бөгөн беҙҙә тарихи көн! Парламентта беренсе тапҡыр башҡорт телендә сығыш яһанылар!», — тине Толкачёв.
9 апрелдә республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең 2018 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Отчетҡа аңлатма биреп, депутат Әлфәрис Байсурин, башҡа парламентарийҙарға синхрон аудиотәржемәсене файҙаланырға тәҡдим итеп, башҡортса һөйләне.
Радий Хәбиров та үҙенең сығышын башҡорт телендәге мәҡәл менән тамамланы:
«Халҡыбыҙ әйткәнсә, «Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй!». Киләһе йылдарҙа барыбыҙ ҙа тап шулай эшләрбеҙ. Ҡыйыу рәүештә юғары бурыстарға тотонорбоҙ һәм уларҙы күмәкләп хәл итербеҙ!», — тине республика етәксеһе.
Парламент спикеры Радий Хәбировтың отчетында яңғыраған дөйөм бурыстарҙы хәл итеү өсөн көстәрҙе берләштерергә саҡырыуҙы ла билдәләне.
«Дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн власть органдарын, республика халҡын, предприятиеларҙы, ойошмаларҙы берләштерергә ынтылыу төп фекер булып яңғыраны, – тине Константин Толкачёв. – Республика етәксеһе «Салауат Юлаев»ты юҡҡа ғына миҫал итеп килтермәне. Кисә тотош республика бер кеше кеүек яратҡан хоккей командаһы өсөн янып-көйҙө. Төбәктәге бөтә мөһим һәм изге эштәр: өлөшсөләр өсөн күптән көтөлгән фатирҙар, яңы юлдар, сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе, Сибайҙағы таҙа һауа, алыҫтағы ауылдарҙа йәшәүселәрҙең өйҙәрендәге газ өсөн дә шундай тойғолар менән бергәләп янып-көйөргә кәрәк. Берҙәм булһаҡ ҡына республика халҡы өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра алырбыҙ. Республика парламенты үҙенең яғынан һайлаусылар, башҡарма власть органдары, ойошмалар менән диалогка һәм берлектәге конструктив эшкә әҙер».