Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
4 Апрель 2019, 13:26

Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелә башланы

Башҡортостан йылғаларында һыу күтәрелә башланы. Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн иртән Бочкарев ауылы янындағы Дим йылғаһында һыу кимәле бер тәүлектә 35 сантиметрға — 2 метр 75 сантиметрға тиклем күтәрелгән.


Өфөлә Ағиҙел йылғаһының кимәле 24 сантиметрға артҡан һәм хәҙер 63 сантиметр тәшкил итә.


Стәрлетамаҡ янындағы Ағиҙел 21 сантиметрға — 1 метр 56 сантиметрға күтәрелгән.


Шакшала Өфө йылғаһының кимәле элеккесә ҡалған — 1 метр 34 сантиметр.


«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төбәктә көслө ташҡын көтөлмәй. Һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы һәм түбәнерәк булыр тип фаразлана.


Өфөлә Ағиҙел йылғаһының көтөлгән максималь кимәле — 560-660 сантиметр, Шакшала Өфө йылғаһының — 620-720 сантиметр, Бочкарев янында Димдең — 570-670 сантиметр.



ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
Читайте нас