Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
29 Март 2019, 13:53

Радий Хәбиров Башҡортостанда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү тәҡдимен индерҙе

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14-15 июндә «Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын уҙғарыу тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.


Төбәктә ҙур форум «эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеген күтәреү һәм уңайлы инвестиция мөхитен булдырыу» өсөн ойошторола, тип билдәләнә документта.


«Урал аръяғы-2019» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү буйынса саралар планын 15 апрелгә тиклем әҙерләү һәм раҫлау күҙаллана.




Фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2019 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Читайте нас