Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
14 Март 2019, 11:57

БӨТӨН ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ЙӘШТӘРСӘ ҺӘМ ЗАМАНСА ҮТӘСӘК. ҠОРОЛТАЙҒА 750 ДЕЛЕГАТ ҺАЙЛАНАСАҠ

12 мартта V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы булды. Ҡоролтай быйыл 28-29 июндә Өфө ҡалаһында һәм Ишембай районында йыйыласаҡ. Быйылғы ҡоролтай заманса, йәштәрсә һәм эшкә һәләтле буласаҡ, тип вәғәҙә итә ойошманың рәйесе Данир Ғәйнуллин. Май айында Өфөлә Халыҡ-ара йәштәр форумы ойоштороласаҡ.
Ҡоролтайҙың сит төбәктәрҙә вәкиллектәре лә байтаҡ, эштәрҙе улар аша тормошҡа ашырмаҡсылар.
Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, 2010 йылда башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү дәүләт программаһының ғәмәлдәге ваҡыты сыҡты, хәҙер яңыһын төҙөү һәм тормошҡа ашырыу тураһында уйларға ваҡыт. Ошо йәһәттән байтаҡ тәҡдимдәр булды.
Читайте нас