Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Март 2019, 06:56

Радий Хәбиров: «Берҙәм Рәсәй» халыҡты борсоған мәсьәләләр янында булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаларын халыҡтың проблемалары янында булырға саҡырҙы. Бөгөн урындағы советтарҙа партия фракциялары етәкселәре советының киңәйтелгән ултырышында ул ошо хаҡта белдерҙе. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәр үҙҙәрен башҡортостандар тип аталған ҙур берләшмәнең бер өлөшө итеп тойорға тейеш.



«Бөгөн йәмғиәттә дуҫтарса, изгелекле мөнәсәбәткә һорау ҙур. Әгәр беҙ сәйәси лидерҙар булырға теләһәк, халыҡтың янында булырға, уларға ярҙам күрһәтергә, үҙ позициябыҙҙы әйтергә оялмаҫҡа тейешбеҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе фекеренсә, Сибайҙа тап шул етмәй ине, халыҡ экологик проблема менән япа-яңғыҙы тиерлек ҡалды һәм партияның урынын башҡа йәмәғәт көстәре биләне. Уларҙың ҡайһы берҙәре килеп тыуған хәлде үҙ мәнфәғәтендә файҙаланды, шуның менән үҙҙәренә сәйәси мәрәй тупланы.




Фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2019 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Читайте нас