Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Февраль 2019, 06:44

Кисә “Салауат Юлаев” плей-офф серияһының икенсе матчында “Металлург”ты 4:1 иҫәбе менән еңде!



Өҫтәүенә Сибайҙағы “Таусы” хоккей клубының йәш тәрбиәләнеүселәре лә бөгөнгө еңеүгә яҡындан шаһит булды.


“Сибайҙан ҡайтышлай беҙҙекеләрҙең уйынын ҡарау мөмкинлеге тейҙе, – тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә. – Мин Сибай егеттәре, бәлки, “Салауат Юлаев”тың киләсәк боҙ батырҙары араһында. Әлегә улар “Таусы” хоккей командаһы өсөн йүгерә, яҡшы мәктәптәре бар. Үҙҙәрен бөгөн ошондай сәфәр менән дәртләндерҙек”.


Ошондай көйәрмәндәре булған “Салауат Юлаев” “Металлург” менән иҫәпте тигеҙләне: 1-1.


Командаларҙың өсөнсө осрашыуы Өфөлә 1 мартта буласаҡ.
Читайте нас