Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Февраль 2019, 08:43

Сирләгәндә болан мөгөҙөн ҡулланғанығыҙ бармы?

Борай районындағы һунарсылыҡ биләмәһендә пант дауалауын (пант – дарыу алыу өсөн файҙаланылған йәш болан, марал, изюбрҙың ҡатып етмәгән мөгөҙө) үҫтереү күҙаллана. Әле унда 30 марал килтергәндәр.


300 гектар майҙандағы вольерҙа әле 10 ала-сыбар болан һәм 150 ҡабан сусҡаһы аҫрала. Айырым рәүештә йәнә айыу, һеләүһен һәм бурһыҡ тотола. Яҡын арала бында Дағстандан 20 ала-сыбар болан килтерелеүе көтөлә.


Борайҙа пани дауалауы менән бергә экотуризмды үҫтерергә лә уйлайҙар.


Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА

Фото: Станислав Шахов.

Читайте нас