Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларына тағы 150-гә яҡын төрлө маркалы мәктәп автобустары кәрәк. Ошо маҡсатҡа төбәктең Мәғариф министрлығынан 204 миллион һум ҡаралған, был 106 автобус һатып алырға мөмкинлек бирергә тейеш, тип белдерҙе министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ведомство коллегияһында.
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.