Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Февраль 2019, 08:35

Республикала бер аҙнала киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр 13% артҡан

«Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырыусылар хаҡында яңыртылған мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. 18 февралгә ҡарата рәсми рәүештә 37,8 мең сирле теркәлгән, уларҙың 23 меңе — балалар (60,8%).


«Республика халҡы араһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу күрһәткесе эпидемик сиктән 56,5% юғары, унан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 13% артҡан. 3-6 йәшлек балалар араһында эпидемик сиктең 16,4% күтәрелеүе күҙәтелә, мәктәп йәшендәгеләр һәм өлкәндәр араһында иһә 38% һәм 62%», — тип белдерҙе «Роспотребнадзор» белгестәре.


Әле Өфөлә 12,1 мең кеше ОРВИ һәм киҙеү менән сирләй, уларҙың 6,3 меңе — балалар. Был эпидемик сиктән 49% юғары. Артыу өлкәндәр (+ 53%) һәм 7-14 йәшлек балалар (+13%) иҫәбенә күҙәтелә.




Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас