Башҡортостандың баш ҡалаһы яҙғы ташҡынға әҙерләнә. Был хаҡта Өфө хакимиәте сайтында баҫылған рәсми документта хәбәр ителә. Мэрияла ҡаланың барлыҡ райондарында халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм яҙғы ташҡынды аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы төҙөлә.
«11 мартҡа тиклем ташҡынға ҡаршы комиссиялар ойошторорға», — тиелә Өфө мэрияһы башлығы Өлфәт Мостафин ҡул ҡуйған документта. Ҙур һыуға әҙерләнеү процесын беренсе урынбаҫар Салауат Хөсәйенов контролдә тота.
Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостанда ташҡындың иң юғары нөктәһе, ҡағиҙә булараҡ, апрель башына-уртаһына тура килә.