Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
1 Февраль 2019, 06:32

Асҡын районы Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто федераль субсидия ала

"Бәләкәй ватан мәҙәниәте” проекты буйынса Башҡортостанда 15 райондан берешәр мәҙәниәт йорто федераль субсидия аласаҡ. Был хаҡта кисә “Берҙәм Рәсәй” партияһының киңәйтелгән ултырышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова белдерҙе.


Былтыр программа нигеҙендә республика 115 миллион һум алһа, быйыл финанслау шул уҡ кимәлдә һаҡлана. Сумманың 47 миллион һумы – ауыл мәҙәниәт йорттарына. Был иҫәпкә республика һәм урындағы бюджеттан да аҡса өҫтәләсәк.


Партия проектына ярашлы ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлау; театрҙарҙың матди-техник хәлен нығытыу; техник һәм технологик йыһаз алыу; бәләкәй ҡалаларҙа йәш быуын өсөн эшләгән театрҙарҙың репертуарын яңыртыу ҡарала. Шулай уҡ райондарҙың автотранспорт, тамаша залы өсөн креслолар алыу мөмкинлеге бар. Ә Асҡын районында был бәхет Ҡашҡа мәҙәниәт йорто өлөшөнә төштө.



Читайте нас